Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан иғлан ителә. Ул тел һәм мәҙәни төрлөлөккә һәм күп теллелеккә булышлыҡ итеү маҡсатында индерелә. 2000 йылдан башлап йыл һайын 21 февралдә билдәләнә. Туған тел көнө 1952 йылдың 21 февралендә Бангладешта булған фажиғәле ваҡиғалар иҫтәлегенә һайлана. Ул көндө туған бенгал телен яҡлап демонстрацияға сыҡҡан студенттар полиция пуляларынан һәләк була, улар уны илдең дәүләт телдәренең береһе тип таныуҙы талап итә. Шул ваҡыттан алып был дата Бангладешта туған тел өсөн һәләк булғандар көнө булып китә, ә бөтә донъя туған тел көнөн билдәләй. Ер йөҙөндәге телдәр хаҡында ҡыҙыҡлы факттар: Донъяның иң ҡатмарлы телдәре тип түбәндәгеләр һанала: ҡытай теле - иероглиф яҙмаһы үҙенсәлектәре арҡаһында; дағстан халҡының табасаран теле - исемдең 48 килеше бар, ә ҡайһы бер диалекттарҙа 53; хайда - АҠШ һәм Канадала йәшәгән индеецтар телендә 70 префикс ҡулланыла; Төньяҡ Американың төп халҡы (Мичиган штаты һәм Төньяҡ Дакота) чиппева телендә 6000 ҡылым формаһы бар; эскимос - хәҙерге замандың 63 формаһын ҡулланыла, ә ябай исемдәрҙең 252 флексияһы (һүҙбәйләнеше) бар. 2010 йылда Исландияның Эйяфьятлайокюдль вулканы атылыуы телевидение һәм радио дикторҙары өсөн (Исландия халҡынан тыш, әлбиттә) ысын һынау була. Латина - фән теле һәм Ватикандың рәсми теле, әммә ул юҡҡа сыҡҡан тел, сөнки ул көндәлек аралашыуҙа ҡулланылмай. 21-се быуат аҙағына әлеге ваҡытта булған 6 800 телдең яртыһынан күберәге юҡҡа сығасаҡ тип иҫәпләнә. Юғалыу сигендә булған һәр телдә 2500-ҙән кәмерәк кеше аралаша. "А" өнө булмаған тел юҡ. Иң үҙенсәлекле өндәр булып чех телендә ржщ (балалар был өндө әйтеүҙе һуңғы сиратта үҙләштерә), ҡайһы бер бушман телдәрендә ҡысҡырыу тауышы һәм ҡайһы бер контекстарҙа Аллаһ һүҙендә Л өнө тора, ул ғәрәп телендә генә мөмкин булғанса әйтелә. Ә бына япон телендә л өнө бөтөнләй хас түгел. Һәм ул ғына түгел, япондар ҙа беҙгә таныш булған ҡайһы бер өндәрҙе айыра алмай: в, ж, л, ф, ч, ц, ш, щ, е, ы. Канар утрауҙарында йәшәүселәр һыҙғырыу ярҙамында һөйләшә белә. Был үҙенсәлекле телде гуанчи аборигендары өйрәтә. Бындай телгә ихтыяж урындағы ландшафт арҡаһында барлыҡҡа килгән. Тарлауыҡтарҙа эхо арҡаһында һөйләшеү мөмкин түгел, ә һыҙғырыу кәрәкле мәғлүмәтте әңгәмәсегә еткерергә ярҙам иткән. Уны хатта мәктәптә лә уҡыталар. Муррей йылғаһы үҙәнендә йәшәгән австралия аборигендары ҡәбиләһе телендә 1 неа, 2 петчевал кеүек яңғырай, ә 5-те һигеҙ төрлө ысул менән әйтергә мөмкин, мәҫәлән петчевал петчевал ретеа. Ерҙәге иң һыйҙырышлы һүҙ тип “мамихлапинатана” һанала, был “ике яҡ та теләгәнде, әммә эшләргә теләмәгәнде кем риза булыр тип өмөтләнеп, бер-береһенә ҡарау” тигәнде аңлата. Халыҡ-ара туған тел көнө Башҡортостанда ла киң билдәләнә. Ошо уңайҙан башҡорт теле һағында торған “Башҡортостан” гәзите коллективы шиғри флешмобҡа ҡушылды. Коллегабыҙ Таңсулпан Рәсүл ижад иткән “Туған тел” шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Фото: bash.neft-gf.ru Мәғлүмәт: vk.com/bookmarks