Башҡортостандың IТ-компаниялары X “Спринт”юбилей акселерация программаһында ҡатнаша һәм проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә ала. Акселерация программаһын интернет-инициативаларҙы үҫтереү фонды (ФРИИ) РФ һанлы иҡтисад милли программаһының “Һанлы технологиялар” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашыра. – “Спринт” программаһы продукт өҫтөндә өс ай тығыҙ эшләүҙән ғибәрәт, унда интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды эксперттары IТ-эшләнмәләрҙе һатыуҙы арттырырға, маркетингты яйға һалырға ярҙам итә, йәғни бизнесты масштаблау һәм IT-продукттарҙы һатыу системаһын төҙөү өсөн кәрәкле идара итеү компетенцияларын формалаштырыуҙа ярҙам күрһәтә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Ҡатнашыуға Башҡортостандың яңы коммуникацион интернет-технологиялар (НКИТ) һәм яңы дөйөм системалы программа тәьминәте (НОПО) өлкәһендә ҡарарҙар әҙерләүсе технологик компаниялары саҡырыла: контент менән идара итеү, мәғлүмәттәр эшкәртеү, онлайн-уҡытыу, берлек
Башҡортостандың IТ-компаниялары “Спринт” акселераторында ҡатнаша ала
21 февраля 202421 фев 2024
1 мин