Әле “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Өлгөлө атай” конкурсы бара. Унда Белорет районының Манышты ауылынан Руслан Асҡаров ҡатнаша. Ул тимер юлында бульдозер машинисы булып эшләй. Ҡатыны Илмира Рифҡәт ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Руслан Мөхәмәт улы 1978 йылда Манышты ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылы мәктәбендә – IX класты, 2-се Инйәр мәктәбендә XI класты тамамлаған. Армияла Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Омск ҡалаһындағы часта хәрби әҙерлек үткәндән һуң Рязанда, Абхазияла хеҙмәт иткән. Руслан армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын 2000 йылда тәртип һаҡлау органдарына эшләй башлай. Өс йылдан һуң унан китеп, тимер юлына урынлаша. Тәүҙә – тимер юл монтеры, әле бульдозер машинисы булып эшләй. “Эшем оҡшай”, – ти ул. Ҡытыны Илмира Рифҡәт ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, 23 йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр, дүрт бала үҫтерәләр. Оло улдары Арсен хәрби хеҙмәт бурысын үтәй, ҡыҙҙары Эльвина Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡый, ә игеҙәктәре – Илмир менән Илвир V класта