Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үләндәр

Замандашыбыҙ Аҫылбикә Мәзитова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үләндәр тураһында яҙған. Бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер был яҙманың."Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ниндәй үләндәр эсергә була тигән һорауҙы күп ишетергә тура килә. Ә был - минең яратҡан темам. Күптәрҙән ишеткәнем бар боровая матка, якорцы, красная щетка кеүек үләндәр яҙҙырып алып дауаланыуҙарын. Әлбиттә, уларҙың шифаһы бар. Әммә ундай үләндәр беҙҙә үҫмәгәс, улар тураһында бер нәмәлә әйтә алмайым. Мин бары үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында үҫкәндәрен, үҙемдең тәжрибәмдән, күҙәтеүемдән сығып яҙып үтәм. Был үләндәр ауыртыныуҙы баҫыу, гормональ фонды көйләү, кәйефте күтәрергә ярҙам итеү, тырнаҡ-сәстәрҙе нығытыу, остеопорозды иҫкәртеү һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарын иҫкәртеү үҙенсәлегенә эйә булған үләндәр булыр. Күрем ваҡытындағы ауыртыныуҙы ҡайһы бер үләндәр ярҙамында еңеләйтеп була . Мәҫәлән аҡ сәскә, шалфей, бөтнөк, меңъяпраҡ, бесәй үләненең тамыры. Ҡатын-ҡыҙ матурлығына килгәндә, люцернала кальций күп, ҡырҡбыуын үләнене, унда кремний күп булараҡ, кальцийҙы үҙләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ фитоэстроген булараҡ та бик кәрәкле. Тик ҡырҡбыуындың ( хвощь полевая) башҡа төрҙәре ағыулы, белеп йыйыр кәрәк. Яратҡан үләнем - туҡранбаш. Уны юҡҡа йәшлекте оҙайтыусы үлән тимәйҙәрҙер. Шалфей үләне фитоэстроген ғына түгел, ҡандағы шәкәрҙе лә кәметергә булышлыҡ итә. Тап дарыу өсөн ҡулланылғанын белеп йыйырға кәрәк. Яҡын-тирәлә мин бүтән төрҙәре генә үҫеүен беләм. Фенхель, петрушка, укроп орлоҡтары, шиңмәҫгөл. Ҡатын-ҡыҙҙар гормонының өс төрө була: эстон, эстрадиол, эстрол. Һәр береһе үҙенә тәғәйен функцияһын үтәй. Төрлө йәштә булһаҡ та, эстрогендың тейешле кимәлдә булыуы мөһим. Был гормондың етмәүе йә артыҡ булыуы ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙә торошона, кәйефенә, холҡона һәм һаулығына йоғонто яһай. Бер миҫал килтереп китәм. Тәжрибә рәүешендә бер төркөм ҡыҙ балаларға оҙайлы ваҡыт фенхель орлоғоның төнәтмәһен эсергәндәр. Унда эстрогендың тап эстрадиол төрө бар. Был ҡыҙҙарҙың ваҡытынан алда өлгөреп етеүҙәрен күҙәтәләр. Шулай уҡ, Ҡытай медицинаһының күҙәтеүе буйынса, айыу ҡурайы (дягель лекарственный) менән түлһеҙлектән дауаланыусы ҡатындарҙың унауынан етеһе ауырға уҙғанын белдерә. Әйткәндәй, был көпшәнең тамырын турап киптереүҙән тыш, ит турағыстан үткәреп, 1:1 иҫәп менән балға болғап тотонам мин. Сәғәт үләнен дә сәй урынына эсергә кәңәш ителә, ауырға ҡалыр өсөн. Ҡатын-ҡыҙҙар түлдән ҡалғас, башлыса гормондың эстрон төрө ҡала. Был - Аллаһ Тәғәләнең шул хәтлем теүәл эше. Шулай булырға тейеш икәне уға ғына мәғлүм. Күптәр, климакс ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы еңеләйтеү, йәш булып ҡалыу теләге менән гормональ препараттар ҡуллана. Тик уларҙың кире йоғонтоһы барлығын да онотмайыҡ. Тәбиғи фитоэстрогендарға килгәндә, алдараҡ яҙып үткән үләндәргә өҫтәп, ошоларҙы һынап үтәм: юлъяпраҡ, бөтнөк. Әйткәндәй, был ике үлән ауырлы ҡатындарҙың токсикозына ла бик килешә. Бөтнөк тип күптәр баҡсаларында бөтнөктөң бер төрөн (мята лимонная) үҫтереп яңылыша. Бөтнөк (мята перечная), меңъяпраҡ, туҡранбаш, шалфей, ҡомалаҡ. Ҡомалаҡлы һыраны күп эскән ирҙәрҙең кәүҙәһе ҡатындарҙыҡына оҡшап китеүенең сәбәбе тап шул тәбиғи гормонда инде. Етен орлоғо. Бер аш ҡалағындай етенде көн дә иртәнсәк курс менән кофемолканан үткәреп ашарға була. Тик алдан күп итеп эшләргә ярамай. Ундағы май ағыуға әйләнеүе бар. Шафран сәскәһе приливтан, депрессиянан, күрем алдынан бвлған билдәләрҙән килешә. Уны йышыраҡ еҫкәргә кәрәк. Мин уның онтағын тәмләткес итеп тә тотонам. Һары мәтрүшкә инде үҙе айырым темаға лайыҡ. Гормональ фонды көйләүҙән башҡа, депрессиянан килешеп кенә ҡалмай, бүтән үләндәрҙең көсөн арттыра. Юҡҡа ғына уны 90 төрлө ауырыуҙан дауа тимәгәндәрҙер инде. Тик уны ҡояшлы ваҡытта эсергә тырышмағыҙ. Мәтрүшкә, фенхель - фитоэстроген булараҡ, улар фолликулдарҙың өлгөрөүенә лә булышлыҡ итә. Цистит, кандидоз булғанда, тройчатка иң отошлоһо тип уйлайым. Уны нисек эшләүем тураһында яҙғаным бар, төркөмдә. Спринцевание менән бергә курс менән эсеп алһаң да була. Һәм, әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Ҡунаҡҡа барырҙан ярты сәғәт алда йә майлы аш алдынан бер стакан фенхель, укроп төнәтмәһен эсеп алғанда, бауырға артыҡ көс төшмәй, ашҡаҙан еңел эшкәртә. Шулай уҡ витаминлы емештәр, үләндәр йыйып киптерергә була. Нәзәкәтле, һау булып, күтәренке кәйеф менән йәшәйек!" Сығанаҡ: https://vk.com/id95124931?w=wall95124931_3008%2Fall Илүзә Ҡудашева фотоһы.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц