Рәсәйҙә 21 февралдә Фельдшерҙар көнө билдәләнә. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының фельдшер-лаборанты Ильвира Юзакова быйыл байрамды Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала ҡаршылай. Ул бында өсөнсө тапҡыр инде, ғинуар айында Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 19-сы бригадаһы составында Красный Луч дауаханаһына эшкә килде. Хәҙер коллективҡа етди эш күләме йөкмәтелгән, сөнки диспансерлаштырыу үтергә теләүселәр арта. Профессия вәкилдәрен “күренмәгән фронт яугирҙәре” тип атарға була. “Бөгөн лаборатор диагностика өлкәһе яңы технологиялар ярҙамында даими камиллаша. Беҙ үҙебеҙ менән ҡайһы бер ҡорамалдарҙы алып килдек, сөнки улар анализдар яһауға ваҡытты кәметә. Элек лаборанттар бында иҫке ысулдар менән эшләне, хәҙер яңы техника ярҙамында һөҙөмтәне 10-15 минут эсендә алырға мөмкин. Ҡала халҡы Башҡортостан табиптарын ныҡ хөрмәт итә, ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтә. Көн һайын лаборатория аша уртаса 40-45 пациент үтә. Дауаханала мин кешеләрҙең табипҡа сиратты ҙур сабырлы