Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡартатайым батша хеҙмәтендә табип булып эшләгән

Анестезиолог-реаниматолог Евгений Тенин Луганск Халыҡ Республикаһында беренсе тапҡыр ғына түгел.Тәүге тапҡыр ул фронтта доброволец булараҡ ҡатнаша. Хәҙер белгес Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 19-сы сменаһы составында Красный Луч ҡалаһы дауаханаһында анестеэиолог-реаниматолог булып эшләй. Ул тыныс тормошта йәшәгән халыҡтың ғүмерҙәрен ҡотҡара. “Беҙҙең медицина университетында хәрби кафедра бар ине. Вузды тамамлау менән медицина хеҙмәте лейтенанты булып киттем. Луганскиҙағы ваҡиғалар тураһында ишеткәс, минең халыҡҡа ярҙам иткем килде, туғандарымды иҫкәрттем дә доброволец булып киттем. Унда хәрби бурыстарҙы үтәнем һәм шул уҡ ваҡытта ауырыуҙарға тәүге ярҙам күрһәттем, – тип хәтерләй хәүефле көндәрҙе белгес. – Мин бәләкәй саҡтан ҡартатайымдың батша хеҙмәтендә табип булып эшләгәнен белә инем. Туғандар ҙа был хаҡта йыш ҡына һөйләп, мине медицина менән ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итте. Бигерәк тә әсәйем минең табип булыуымды теләне, ошо темаға ғилми китаптар уҡырға тәҡдим итә торғайны. Университетҡа уҡырға ингәс, минең шатлығымды бөтә туған-ырыу уртаҡлашты. Ә ниндәй белгеслек һайларға тигән һорау минең алдымда торманы, медицинала бик юғары баһаланған тиҙ ҡарар ҡабул итеү һәм әллә күпме ғәмәлдәрҙе бергә бәйләү оҫталығына эйә анестезиолог-реаниматолог булырға теләнем. Туплаған тәжрибәм һәм белемемдең Луганск Халыҡ Республикаһында кәрәк булыуына тәрән ышанып, ике тапҡыр ошонда килдем. Реанимацияның әһәмиәте шунда: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыр хәлдәге кеше организмының йәшәү өсөн мөһим функцияларын тергеҙеү. Бындағы көсөргәнешле хеҙмәт ваҡытында иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар етерлек булды. Ҡаты яраланған пациенттың аяҡтарын һаҡлап ҡалыу өсөн сәғәттәргә һуҙылған көсөргәнешле операциянан һуң маҡсатыбыҙға өлгәшкәнебеҙҙе белеү беҙҙең өсөн ниндәй ҙур еңеү, оло шатлыҡ булыуын аңлағанһығыҙҙыр инде. Ғөмүмән, Башҡортостан табиптары тураһында халыҡтың фекере бик яҡшы. Беҙ ҙә ошо юғары “марканы” тоторға тырышабыҙ”, – тине Евгений Тенин. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.