Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ашығыс ярҙам” машинаһы поезд аҫтында ҡалған...

Бөгөн кис Стәрлетамаҡ ҡалаһында “ашығыс ярҙам” машинаһы һәм тепловоз ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Авария киске һигеҙҙә Стәрлебаш трактындағы тимер юл киҫелешендә булған. Машина светофорҙың тыйыусы сигналына иғтибар итмәй, тимер юлын үтеп китергә йыйынған, ә поезд машинисы ашығыс рәүештә тормозға баҫһа ла, туҡтап өлгөрмәгән “Ашығыс ярҙам” машинаһында булған кешеләрҙе ҡотҡарыусылар һөйрәп сығарған, сөнки машина ныҡ иҙелгән һәм былай ғына кешеләрҙе алып булмаған. Хәбәр ителеүенсә, авария һөҙөмтәһендә 1956 йылғы пациент һәләк булған. Уны пневмония менән дауаханаға алып китеп барғандар. Ике фельдшер, водитель һәм пациентканы оҙатып барған кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Әле табиптар уларҙың ғүмере өсөн көрәшә. Тимер юлы зыян күрмәгән – поездар тотҡарланмай. Фото: ЮХХДИ.