Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһына һәм Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында булды һәм тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә бүлеште. “Уҡыу йорто быйыл 70 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә колледж 37 йүнәлеш буйынса 45 меңдән ашыу квалификациялы эшсе әҙерләп сығарҙы. Һис бер арттырыуһыҙ Сибайҙағы һәм яҡын-тирәләге тораҡтар ошо уҡыу йортон тамамлаусылар тарафынан төҙөлгән тип әйтергә була. Колледж иңенә бөгөн дә Урал аръяғы предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса мөһим бурыс йөкмәтелгән. Хәҙерге ваҡытта хеҙмәт баҙарында хеҙмәт ресурстарының етешмәүе ныҡ һиҙелә, һәм квалификациялы белгестәр алтынға бәрәбәр. Бары яҡшы эшсе кадрҙары менән генә иҡтисадты яңыртыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу тураһында һөйләргә мөмкин. Беҙҙең уҡыу йорттарына хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҫешергә кәрәк. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжына заманса ҡорамалдар, асыҡлап әйткәндә, оҫтаханалар өсөн теген машиналары алыуҙа ярҙам итергә ҡуштым