Әле “Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙәге “Башҡортостан” төркөмөндә “Өлгөлө атай” конкурсын үткәрә. Унда Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылынан Самат Тимерғәли улы Әхмәҙуллин ҡатнаша. Ул Саҡмағоштағы “Үҙәк” МТС-ында механизатор булып эшләй. Былтыр иген һәм бесән сабыу буйынса республикала I урын алып, “Нива” автомобиле менән бүләкләнгән. Ҡатыны Анастасия Сергеевна менән алты бала тәрбиәләйҙәр. Самат Тимерғәле улы 1977 йылда Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә үҫкән. Тыуған ауылы мәктәбендә – IХ, Бәшир урта мәктәбендә XI класты тамамлай. Мәктәп йылдарында уҡ механизатор һөнәренә уҡый, ул йылдарҙа мәктәптәрҙә өҫтәмә белем бирәләр ине. Мәктәптән һуң армияға алына. Хәрби хеҙмәт бурысын Ҡаҙағстанда Ракета ғәскәрҙәре сафында үтәй. Армиянан ҡайтҡас, механизатор булып эшкә урынлаша. Күрше ауылдан Анастасия Сергеевна менән ғаилә ҡора. – Ҡатыным бала тәрбиәләй, үҙем эшләгәс тә еткән, – ти ғаилә башлығы. Әхмәҙуллиндар ғаиләһендә - алты бала. Өлкән улдарына -24 йәш, ул да, атаһының юлын дауам итеп, механизаторға уҡып сыҡҡан. Өфөлә йәшәй, өйләнгән, ҡыҙ тәрбиәләй. Икенсе улдары Салауатҡа - 20 йәш, ул да Өфөлә төпләнгән, механизатор булып эшләй. 2007 йылғы Азамат улдары ла әле Саҡмағошта механизаторға уҡып йөрөй. Дүртенсе улдары Алмас - VII класс уҡыусыһы. Ҡыҙҙары Азалия 2010 йылда тыуған, мәктәптә уҡый. Кинйә улдары Илназ 2013 йылда тыуған. Был ғаиләлә балаларҙы эшкә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә, улар ата-әсәһенә хужалыҡ эшендә ярҙам итә. Спорт һәм мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт табалар. Атай – ғаилә терәге. Был һүҙҙәр Самат Тимерғәле улы тураһында әйтелгән. Уңған атай, ғаиләһен хәстәрләп, тырышып эшләй. Былтыр республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан алдынғы механизатор “Нива” автомобиленең асҡысын алды. “Күп балалы булыу – бәхет”, – ти Самат Тимерғәле улы. Фото: Самат Әхмәҙуллиндың ғаилә архивынан.