Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше тикшерелде. Республиканың вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2023 йылда тармаҡ предприятиеларының 160 миллиард һумлыҡ продукция һатҡанын хәбәр итте. Был 2022 йылғы күрһәткестән 6,5 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, төбәктә аҙыҡ-түлек етештереү индексы – 100,1 процент, эсемлектәр 101,9 процент тәшкил иткән. Уҙған йылда сығарылыш күләменең артыуы бөтә төп позициялар буйынса тиерлек күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика һөт һәм һөт ризыҡтары (үҙ-үҙеңде тәьмин итеү - 121,6 процент), сусҡа (140 процент), һыйыр ите (108,1 процент) буйынса ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Шәкәр (6,7 тапҡырға) һәм үҫемлек майы (6,8 тапҡырға) сығарыу эске ихтыяждан күпкә артығыраҡ. Шулай уҡ картуф (149 процент), яңы ҡыяр (108 процент) һәм томат (152 процент) етештереү баҙар ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. – Етештерелгән аҙыҡ-түлектең дөйөм күләме 2 миллион тонна тәшкил итте