Найти в Дзене

“Балаларыбыҙ яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш”

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбендәге ҙур үҙгәрештәр менән социаль селтәрҙә таныштырҙы. “Туған мәктәптәрендәге үҙгәрештәр тураһында уҡыусылар үҙҙәре һөйләне, – тип яҙа Андрей Назаров. – Балалар,әлбиттә, бер аҙ тулҡынланды, әммә бурыстарын бик яҡшыға үтәне. Бөтә уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың да яңы шарттар менән ҡәнәғәт булыуы бик шатландыра. Балаларға ошо мәктәптең киләсәге һәм уны үҙгәртеп ҡороуҙың барышы өсөн борсолған Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтан сәләм тапшырҙым. Яҡын арала төҙөүселәр төҙөкләндереү эштәрен тамамлаясаҡ, бөтәһе лә уңайлы һәм матур буласаҡ. Беҙҙең балаларыбыҙ яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш, ә беҙ бының өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ”. Фото:https://ok.ru/profile/581492478309/statuses/155979604647269