Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кескәй пациенттарға бында оҡшай

Баймаҡ ҡалаһындағы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән яңы балалар поликлиникаһы ике ай эсендә өс меңдән ашыу баланы ҡабул итте. Бында бөтәһе тәүге медицина ярҙамын райондың 15 меңдән ашыу кескәй гражданы аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина учреждениеһын 2021 йылда эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөй башлағайнылар. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 5,8 мең квадрат метр тәшкил итә, был элекке балалар консультацияһынан ун тапҡырға ҙурыраҡ тигән һүҙ. Поликлиника үҙ эсенә профилактика, лаборатория, нур һәм функциональ диагностика, физиотерапия бүлексәләрен, стоматология кабинетын ала. Сирҙәрҙе сифатлы диагностикалау өсөн яңы медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән рентген аппараты, флюорограф, эндоскопия ҡорамалы, эксперт кимәлендәге ультратауыш диагностикаһы аппараттары, лор-ҡорамалы, офтальмология аппаратураһы һәм электрокардиограф алынған. –Беҙҙең балалар поликлиникаһы бөтә заманса стандарттарға яуап бирә һәм ул “һаҡсыл поликлиника” исемен йөрөтә. Бина айырым сығыу урындары менән өс блокка бүленгән, шуға ярашлы пациенттар ағымы бүленгән, – тип билдәләне Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.