Борай районының Ваныш ауылындағы “Арыҫланов” крәҫтиән-фермер хужалығында йөҙ баштан ашыу “герефорд” тоҡомло мал аҫрала. Уларҙың барыһы ла малсы Рәфит Мусин ҡарамағында. Хужалыҡта алтынсы йыл эшләгән Рәфит “мал йәнле” булыуы менән билдәле, тип яҙа “Алға” гәзите. Ни өсөн ул тап ошо тоҡомло малдарҙы яратып тәрбиәләй икән, белешәйек. –Бындай тыныс холоҡло, үҙ баһаһын белгән малдарҙы бығаса күргәнем булманы. Шуға күрәлер, мин уларға һис битараф түгелмен, яратып тәрбиәләйем. Иртәнән кискә тиклем улар янындамын. Аҙыҡ һалам, һыу эсерәм. Быйылғы ҡыш ҡырыҫ ҡына, һыуығы ла, бурандары ла үҙәккә үтте. Түҙҙек, малдарыбыҙ имен-аман ҡышлап килә. Һыйырҙар быҙаулай башланы. Беҙ уларҙы бергә аҫрайбыҙ, айырмайбыҙ, шуға күрә быҙауҙар сәләмәт булып үҫә, – тип көндәлек мәшәҡәттәре менән таныштырҙы малсы Рәфит Мусин. Ҡыш бауыры оҙон әле. Малсыларҙың ауыр хеҙмәте бушҡа булмаҫ, тырышлыҡтары икеләтә үҙҙәренә ҡайтыр, тип уйлайбыҙ. Гөлназ Хужина фотоһы. https://vk.com/gazetaalga
Йөҙҙән ашыу “герефорд”ты тәрбиәләй
Около минуты
1 прочтение
20 февраля 202420 фев 2024