Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юл буйы комплексы барлыҡҡа килә

Өфөлә «Азимут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 100 миллион һумдан ашыу аҡсаға күп функциялы көнкүреш хеҙмәттәре комплексын төҙөй. Был хаҡта Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте. Майҙаны мең квадрат метрлыҡ электр заправкаһы станцияһы менән комплекс Өфө ҡалаһында Маршал Жуков урамы буйлап һуҙылған автомобиль юлы ситендә урынлашасаҡ. Ул яҡын-тирәлә йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл яны сервисы объекттарын төҙөү буйынса инвестиция проекттарының Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инеүе мөмкин. Был инвесторҙарға түбәндәге ярҙам сараларын алырға мөмкинлек бирә: ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу, республика бюджетынан сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар, шулай уҡ һалым преференциялары. Транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 30 миллион һумға тиклем субсидия бүленә, ләкинул сығымдарҙың 50 процентынан артығыраҡ булмаҫҡа тейеш. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23092/