Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Рәсәй" күргәҙмәһендә Эшҡыуарлыҡ көнө була

27 февралдә Мәскәүҙә ВДНХ-лағы «Рәсәй» күргәҙмәһендә Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы йәштәре был сарала ҡатнаша ала. Сарала федераль һәм төбәк кимәлендәге бизнесҡа ярҙам сараларына арналған панель дискуссия, «Эшҡыуарлыҡ диктанты», «Эшҡыуарлыҡ маршруты» квесты, конкурс финалы һәм «Рәсәй Федерацияһы халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идарасы кадрҙар әҙерләү президент программаһын тамамлаусылар араһында йыл менеджеры 2024» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү ҡаралған. Шулай уҡ майҙансыҡта «Йәштәр маркеты» эшләйәсәк, унда йәш эшҡыуарҙар үҙҙәренең уникаль продукцияһын тәҡдим итәсәк. Сара ВДНХ-лағы Йәштәр йортонда (55-се павильон) көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23086/