«Өфө» индустриаль паркы резиденттары үҙ предприятиеларын Башҡортостан Республикаһына эш сәфәре менән килгән Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Төбәк сәнәғәт сәйәсәте департаменты директоры Иван Куликовҡа күрһәтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм төбәк Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов менән бергә ул «Кроношпан» ағас эшкәртеү предприятиеһында, «РБ Моторс» квадроциклдар етештереү компанияһында һәм «Амкодор-Ағиҙел» игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү заводында булды. Предприятиеларға эш сәфәре сиктәрендә Иван Куликов уларҙың продукцияһын баһалай алды. Урып-йыйыуҙан һуң игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүсе «Амкодор-Ағиҙел» заводында уға технологик линиялар һәм комплектлаусы деталдәр күрһәтелде. «Өфө» индустриаль паркының яңы резиденты булған «РБ Моторс» компанияһы төрлө маҡсатта - ауыл хужалығы эшмәкәрлегендә, төпкөл урындарға, шулай уҡ туризм өлкәһендә файҙаланылған квадроциклдары менән таныштырҙы. Бынан тыш, осрашыуҙа ҡатнашыусылар вездеходтарҙа тест-драйв үткәрә алды. Инвестор билдәләүенсә, уларҙың продукцияһы Рәсәй заказсылары араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, ә индустриаль паркта резидентлыҡ арҡаһында предприятие етештереү ҡеүәтен үҫтерә аласаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23081/
Башҡортостанға Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменты директоры килде
20 февраля 202420 фев 2024
1 мин