Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биатлон буйынса республика йыйылма командаһы вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. 9 февралдән 18-енә тиклем ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһы уҙҙы, тип иҫкә төшөрҙө төбәк етәксеһе. Башҡортостандан унда 11 спорт төрө буйынса 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар бөтәһе төрлө дәрәжәләге 17 миҙал яуланы – дүрт алтын, дүрт көмөш һәм туғыҙ бронза. Башҡортостандың биатлон буйынса йыйылма командаһы юғары спорт һөҙөмтәләре күрһәтте һәм туғандаш Беларусь спортсыларына дуҫтарса мөнәсәбәт күрһәтте. Эстафетала Башҡортостан биатлонсылары – дүртенсе, ә зачетһыҙ сығыш яһаған Беларусь командаһы өсөнсө булды. Ярыштар ҡағиҙәләре буйынса бронза миҙалдарҙы Башҡортостан спортсылары алды. Ләкин улар награданы белорустарға бирергә ҡарар иткән. – Һеҙ барыһын да дөрөҫ эшләнегеҙ. Хәҙерге донъя шулай йәшәргә, белорус туғандар менән мөнәсәбәттәребеҙ шулай ҡоролорға тейеш тә, – тине Радий Хәбиров. – Әммә өсөнсө урын барыбер һе