Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Алға" артабан үҫәсәк

20 февралдә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһы майҙансыҡтарын “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүгә әҙерләнә башларға ҡушты. Был муниципалитеттың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың февралендә илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашыуҙа махсус иҡтисади зонаны артабан үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙеләр. Бынан алда, 2023 йылдың июнендә, Рәсәй Хөкүмәте “Өфө” индустриаль паркы участкаларын “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүҙе хупланы. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев оператив кәңәшмәлә индустриаль парк биләмәһен иҫәпкә алып, айырым иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 763 гектарға тиклем артыуы тураһында һөйләне. Зона резиденттары иҫәбендә – дөйөм суммаһы яҡынса 62 миллиард һумлыҡ проекттар менән 21 компания. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙ

20 февралдә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһы майҙансыҡтарын “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүгә әҙерләнә башларға ҡушты. Был муниципалитеттың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың февралендә илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашыуҙа махсус иҡтисади зонаны артабан үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙеләр. Бынан алда, 2023 йылдың июнендә, Рәсәй Хөкүмәте “Өфө” индустриаль паркы участкаларын “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүҙе хупланы. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев оператив кәңәшмәлә индустриаль парк биләмәһен иҫәпкә алып, айырым иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 763 гектарға тиклем артыуы тураһында һөйләне. Зона резиденттары иҫәбендә – дөйөм суммаһы яҡынса 62 миллиард һумлыҡ проекттар менән 21 компания. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 2,8 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. – 2024 йыл башына инвесторҙар производствоны үҫтереүгә 6 миллиард һум аҡса һалды һәм 928 эш урыны булдырҙы, – тине Александр Шельдяев. – Әйтәйек, 2021 йылда махсус иҡтисади зона майҙансыҡтарында “Аркада” сәнәғәт берләшмәһе һәм “ЗУР” компанияһы эшләй башланы. Ә 2023 йылда ZASPORT фабрикаһы һәм “АМКОДОР- Ағиҙел” предприятиеһы. 2025-2026 йылдарҙа тамамларға ниәтләгән тағы ла биш проект ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, Өфө районында һәм Салауат ҡалаһында махсус иҡтисади зона составына яңы майҙансыҡтар индереү буйынса эш башланды, тип өҫтәне вице-премьер. Параллель рәүештә унда яңы производстволар төҙөү менән ҡыҙыҡһынған потенциаль инвесторҙар пулы булдырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы Ағиҙел ҡалаһындағы сәнәғәт майҙансыҡтары буйынса ла ошондай уҡ эш үткәрергә кәрәк. – Дөйөм алғанда, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы яҡшы үҫеш темптарын күрһәтә. Ә хәҙер беҙҙең яңы майҙансыҡтарға өҫтөнлөклө режимды таратыу өсөн яҡшы мөмкинлегебеҙ бар, – тине Радий Хәбиров. – Өфө районы һәм Салауат ҡалаһы буйынса тейешле “юл картаһын” үтәү – ул ҡыҫҡа һәм аңлайышлы юл. Төп бурыс – Ағиҙел ҡалаһының сәнәғәт майҙансыҡтары буйынса эште ойоштороу. Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм ҡала хакимиәтенә 2024 йылдың 1 июненә тиклем ошо биләмәне “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереү буйынса эш планын әҙерләргә һәм потенциаль инвесторҙар даирәһен билдәләргә ҡушам. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.