Хәбәрсе: Радий Фәрит улы, һеҙ Белоруссияла беренсе тапҡыр түгел. Бөгөнгө сәфәрегеҙ менән бәйле ниндәй яңы хеҙмәттәшлек перспективалары асыла? Радий Хәбиров: Һәр сәфәр – ул иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе формалаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө. Башҡортостан, башҡа төбәктәр, тотош Рәсәй өсөн Беларусь – төп партнер. Тышҡы иҡтисади яҡтан ғына түгел, ә мәҙәни, гуманитар яҡтан да. Ошоноң нигеҙендә беҙ эшләйбеҙ. Хәбәрсе: 2021 йылда һеҙ Беларусь Президенты Александр Лукашенко менән осраштығыҙ. Шул саҡта дәүләт башлығы, Минск менән Өфөнөң бәйләнеше тураһында һөйләгәндә, “Яҡшыраҡ һәм күберәк эшләй алабыҙ” тине. Ошо эш килеп сыҡтымы, нисек уйлайһығыҙ? Радий Хәбиров: Беҙ бик күп йүнәлештәрҙә эшләй башланыҡ. Александр Григорьевич “Яҡшыраҡ һәм күберәк эшләй алабыҙ” тине, бының менән ризалашмау мөмкин түгел. Хатта тауар әйләнеше буйынса ла ул ваҡытта 350 миллион доллар самаһы булған һандарҙы ул бәләкәй тип атаны һәм йыллыҡ тауар әйләнешен бер миллиард долларға еткереү бурысын ҡуйҙы. Тауар әйләнеше, әлбиттә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең сифаты һәм торошоноң төп, әммә мөһим күрһәткесе түгел. Иң мөһиме, беҙ бер-беребеҙ менән тығыҙыраҡ эш алып барырға теләнек. 2021 йылдан башлап беҙ интенсив һәм отошло мөнәсәбәттәр өсөн инфраструктура булдырҙыҡ. Был нимә һуң ул? Тәү сиратта, бер-беребеҙгә нисек барып етергә? Мәскәү аша осоу бик уңайлы түгел – күсеп ултырыу кәрәк була, шуға күрә 2021 йылда уҡ мин Беларусь Президентына ла, коллегаларыма ла Өфө-Минскиҙың тура авиарейстарын асырға вәғәҙә бирҙем. Хәҙер улар асылды ла инде. Беренсе көндән үк улар зыянһыҙ эшләү кимәленә сыҡты. Әммә әлегә Өфөнән Минскиға һәм кире йүнәлештә аҙнаһына бер тапҡыр ғына рейс бар. Был уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, шуға күрә беҙ икенсе маҡсатты тормошҡа ашырырға әҙерләнәбеҙ – рейстар аҙнаһына ике тапҡыр буласаҡ. Икенсенән, беҙ Белоруссияла Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиллеге составында үҙебеҙҙең Конгресс-бюро офисын астыҡ. Белоруссияла беҙҙең сауҙа вәкиле һөҙөмтәле эшләй. Беҙ шулай уҡ “юл картаһы”н төҙөнөк. Унда инде бер нисә тиҫтә пункт бар. Улар интенсив эшләү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген билдәләй. Хәбәрсе: Белоруссия һәм Рәсәй өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе – импортты алмаштырыу. Кооперация бәйләнештәрен яңынан башлау әүҙем бара. Минск менән Өфөнөң был йүнәлештә уңыштары бармы? Радий Хәбиров: Беҙ был мәсьәләне икенсе төрлө күрәбеҙ. Уны яңы продукттар булдырыу тип атайбыҙ. Мәҫәлән, иҡтисадтың машиналар эшләү кеүек ҡатмарлы тармағында барыһы ла еңел килеп сыҡмай, сөнки узелдар һәм агрегаттар, һыҙмалар һәм фәнни эш, сериялы етештереүҙе ойоштороу мәсьәләләре бик ҡатмарлы. Бында беҙҙең өсөн Беларусь төп партнерҙарҙың береһе, сөнки бында машиналар эшләү бик үҫешкән. Партнерҙарыбыҙҙың беҙҙең менән эшләргә әҙер булыуын күрәбеҙ. Республикабыҙҙа машиналар эшләү өлкәһендә бер нисә проект тормошҡа ашырылған да инде. Мәҫәлән, ”АМКОДОР-Ағиҙел” предприятиеһы игенде таҙартыу һәм киптереү өсөн агрегаттар сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Белоруссияла Башҡортостан компаниялары ла етештерә башланы. Мәҫәлән, Витебскиҙа станоктар етештереүсе “ЕСМ” компанияһы. Беҙҙең Ишембай катализаторҙар заводы хәҙер Белоруссияға үҙенең продукцияһын әүҙем оҙата. 2021 йылдан башлап Белоруссияла баҙарҙы көсөргәнешле үҙләштерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Беларусь та беҙҙең баҙарҙы үҙләштерә. Ябай миҫал килтерәм. Санкциялар сәбәпле беҙ хәҙер үк ауыл хужалығы техникаһын, төҙөлөш һәм коммуналь техниканы һатып ала алмайбыҙ. Ошо мәлдә беҙ ҡарашыбыҙҙы Белоруссияға йүнәлттек. Унда аңлайышлы һәм бик сифатлы техника бар. Беҙ МАЗ буйынса ғына бер нисә йөҙ техника һатып алдыҡ. Коммуналь техника буйынса ла һатып алабыҙ һәм башҡалар. Ауыл хужалығы өлкәһендә яҡшы хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Беҙ, атап әйткәндә, ҙур һөтсөлөк фермалары тәжрибәһен үҙләштерәбеҙ. Хатта ҙур һөтсөлөк фермалары селтәрен булдырыу өсөн Белоруссиянан бер ферма һатып алырға теләйбеҙ. Бында бер яҡтан машиналар эшләү өлкәһендә тауар әйләнеше арта, икенсе яҡтан технологиялар һәм компетенциялар алмашыныуы һәм трансферы бара. Хәбәрсе: Былтыр Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы үтте. Шул ваҡыт Өфөлә белорус аҙыҡ-түлеге магазины асылды. Беренсе һорау: һатып алыусылар бармы? Икенсеһе: үҙегеҙ өсөн берәй нәмә таптығыҙмы, беҙҙең белорус тәм-томдарынан нимәлер күңелегеҙгә яттымы? Радий Хәбиров: Белоруссия үҙенең сифатлы туҡланыуы менән дан тота, шуға күрә Рәсәй һәм Башҡортостан халҡы уларҙың һөт продукцияһын да белә – улар бик тәмле, тәбиғи. Белорус аҙыҡ-түлек магазины бар, әммә күп кенә белорус продукцияһы беҙҙең сауҙа селтәрҙәренә икенсе селтәр аша эләгә. Улар беҙҙең кәштәләрҙә бар, һәм шуға ла Белоруссиянан продукт табыу ауыр түгел. Әйткәндәрегеҙгә килгәндә, һеҙҙең шоколад беҙҙә ҙур популярлыҡ менән файҙалана – тышына зубрҙар төшөрөлгән. Һеҙҙәге шоколад тәмле, беҙ уны бик яратабыҙ. Хәбәрсе: Һеҙ уны тәмләп ҡаранығыҙмы? Радий Хәбиров: Әлбиттә. Хәбәрсе: Шулай уҡ оҡшанымы? Радий Хәбиров: Эйе. Хәбәрсе: Беларусь - Башҡортостан кеүек үк күп конфессиялы ил. Һәм беҙҙә төрлө дин кешеләре араһында аңлашылмаусанлыҡтар юҡ. Нисек уйлайһығыҙ, бының сере нимәлә һәм ни өсөн хәҙер барыһының да ошолай килеп сыҡмай? Радий Хәбиров: Һеҙ, моғайын, сер тарихыбыҙға барып тоташҡанын беләһегеҙҙер. Элек Советтар Союзы, ә һуңынан Рәсәй һәм Беларусь оҙаҡ формалашҡан һәм бик етди һынауҙар үткән. Һынауҙар милләтте берләштерә, тиҙәр. Беларусь тураһында нимә әйтергә? Беҙ һәр ваҡыт белорустарға һоҡланабыҙ. Һеҙ, белорустар, бик тәрбиәле һәм бик тыныс кешеләр, тыштан йомшаҡ булып күренәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта эстән ҡаты характерлыһығыҙ. Бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт белорустарға хас. Шулай уҡ рәсәйҙәр өсөн дә, беҙ барыбер бер ҡаҙанда күп йылдар бергә йәшәнек, шуға ла йолаларҙың һәм ниндәйҙер мәҙәниәттәрҙең бер-беребеҙгә, төрлө халыҡҡа күсеүе бар. Шул уҡ ваҡытта Белоруссияла ла, Рәсәй Федерацияһында ла йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм телдәрен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә. Беҙҙә, атап әйткәндә, Башҡортостанда, дүрт меңгә яҡын белорус йәшәй. Беҙҙә белорустарҙың мәҙәни-милли үҙәге бар: ул Иглин районының Балтика ауылында урынлашҡан. Улар үҙҙәренең йолаларын һаҡлай, беҙ уларға йөрөп торабыҙ. Минеңсә, был ҙур байлыҡ – бер яҡтан, беҙ бер-беребеҙҙән нимәлер менән айырылабыҙ, икенсе яҡтан, беҙ төрлө халыҡтар ғаиләһендә йәшәйбеҙ. Белорустарға ла шундай уҡ тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Хәбәрсе: Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бында һәләк булған башҡорт Петр Фокиндың тарихын иҫкә төшөрә алабыҙ. Унда уның миҙалы менән бәйле ниндәйҙер тарих бар… Радий Хәбиров: Беларусь Республикаһы көнөнә һуңғы сәфәрҙәренең береһендә Премьер-министр Роман Головченко беҙгә шундай тулҡынландырғыс бүләк яһаны: тутыҡҡан миҙал бирҙе. Батырлыҡ өсөн миҙалдың номеры була һәм шуның буйынса беҙ уның кемдеке икәнен асыҡланыҡ. Ул – Петр Фокиндыҡы. Мотоуҡсылар батальоны командиры 1943 йылда Белоруссияла һәләк булған. Беҙ, миҙалды алғас, уның ғаиләһен эҙләнек, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туранан-тура вариҫтары ҡалмаған. Шуға күрә миҙалды музейҙа һаҡларға һөйләшеп килештек. Ғөмүмән алғанда, бында башҡортостандар ерләнгән ҡәберлектәр бик күп. Беларусь ошоға айырыуса ҙур ихтирам менән ҡарағанын беләбеҙ, шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Хәбәрсе: Быйыл Өфөгә 450 йыл тула. Александр Лукошенко байрамға саҡырыу алдымы? Радий Хәбиров: Эйе, мин Александр Григорьевичты беҙ осрашҡанда саҡырҙым. Ул беҙҙә бер тапҡыр булды, әммә был күптән булған хәл. Өфөнөң 450 йыллығына күләмле саралар көтөлә. Улар федераль характерҙа буласаҡ – Президентыбыҙҙың килеүен көтәбеҙ. Өфө ярайһы уҡ матурая, күрһәтерлек урындар күп. Мәҫәлән – яңы һәм бик матур Көрәш һарайы. Беҙ иҫке биналар, айырым йорттар урынлашҡан ҡунаҡ урамдарын тәртипкә килтерәбеҙ. Беҙҙең иң ҡәҙерле ҡунаҡтар ниәттәрен раҫланы – улар белорустар буласаҡ. Хәбәрсе: Ҡунаҡтарҙы, туристарҙы нимә менән ғәжәпләндерерһегеҙ? Радий Хәбиров: Беҙҙә архитектура, мәҙәниәт, тарих, тәбиғәт бик матур. Һеҙҙә беҙҙәге кеүек тауҙар юҡ. Һеҙҙә урмандар, ә беҙҙә тауҙар бар. Беҙҙә Рәсәйҙең төп спорт форумы уҙасаҡ. Һүҙ "Рәсәй – спорт державаһы" тураһында бара. Был форум һәр ваҡыт президент ҡатнашлығында үткәрелә. Беҙҙә “Китап байрамы” тип аталған федераль форум бар. Унда үҙ баҫмалары тураһында һөйләгән бөтә нәшриәтселәрҙе, авторҙарҙы, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы саҡырабыҙ. Күп функциялы, күп аспектлы программа ойошторола: йәнһүрәттәр ҙә күрһәтелә, китаптар ҙа һатыла. Белорус нәшриәте лә унда ҡатнашҡайны. Уларға был ҡыҙыҡ булды. Быйыл да уларҙы көтәбеҙ. “Геройҙар ваҡыты", "Әйҙә уйнарға" һәм башҡа саралар – барыһы ла бар. Хәбәрсе: Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Фото: видеонан скриншот.