1-7 мартта Сочи ҡалаһында халыҡ-ара кимәлдәге ҙур йәштәр сараһы - Бөтә донъя йәштәр фестивале уҙа. Фестивалдә 20 мең йәш лидер - 10 мең Рәсәй гражданы, шулай уҡ бөтә ҡитғаларҙан 10 мең сит ил кешеһе ҡатнаша. Фестиваль әүҙемселәрҙе һәм бизнес, медиа, мәғариф, фән, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, ирекмәнлек һәм хәйриә, спорт һәм башҡа өлкә вәкилдәрен берләштерәсәк. «Фестивалдә республикабыҙ исеменән 180 ҡатнашыусы һәм конкурс буйынса һайлап алыуҙың бөтә этаптарын үткән 65 ирекмән сығыш яһай. Фестиваль бөтә донъя йәштәрен таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы белем алыу өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Сара сит ил кешеләрен илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштырырға ярҙам итәсәк», - тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса йәштәр хеҙмәттәшлеген үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Фото: Башҡортостандың Бөтә донъя йәштәр фестивале комитетынан.