“Поехали!” туристик проекты һигеҙ йыл инде уңышлы эшләп килә. Проект Рус географияһы йәмғиәте тарафынан Өфөлә ойошторолған. Хаҡлы ялда булғандарҙан торған төркөм ошо йылдар эсендә Башҡортостандың күпселек райондарында булып ҡайтҡан. Әле иһә “Ҡырмыҫҡалы икмәге” уларҙы ҡабул итергә әҙер булыуын белгәс, тәмле һәм ысын икмәктең нисек бешерелеүен үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүселәр бер автобус булған. - Экскурсияны ойошманың был тармаҡта тотҡан урыны, барлыҡҡа килеү тарихын һөйләүҙән башланыҡ. Етештереү эше нисек ойошторолғанын тәфсирләп күрһәттек. Програманың аҙағында беҙҙең продукцияны тәмләп ҡарау мөмкинлеге булды. Сарала ҡатнашыусылар эксперттарға һорауҙар бирҙе, ойошманың экологик яҡтан таҙа аҙыҡ етештергәненә үҙ күҙҙәре менән инанды, - тип һөйләй “Ҡырмыҫҡалы икмәге” вәкилдәре. Хаҡлы ялдағылар иһә экскурсиянан бик ҡәнәғәт ҡалған һәм бындай саралар йышыраҡ булһын ине тигән теләк белдерә. Фотолар “Ҡырмыҫҡалы икмәге”нең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.