Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атай ҡолаһа, уландар бар

Бөрйән районының Мораҙым ауылында ат ярыштары үткәйне. Санаға егелгән аттар уҙышында хужа ҡарға ҡолап төшөп ҡалған, ә тамашасылар араһында ситтә ҡарап торған улы быны күреп, йүгереп барып атаһы урынына ултырып киткән. "Сос бит әле ул, малайы китте ултырып. Уф, Аллам, атаһы ҡоланы, малайы ырғып ултырҙы", - ти видеолағы ҡатын-ҡыҙ тауышы. Был йылғыр малай Ғәлим Үтәбаев, 12 йәштә икән. Сананан ҡолаған Ғилман ағайҙың ике улы халыҡ араһынан бер юлы йүгереп килеп сыға ла, береһе ырғып ултырғас, икенсеһе тороп ҡала. Ғәлимгә махсус приз тапшырыла, ул “Иң йәш ҡатнашыусы” грамотаһына лайыҡ була. “Ауҙарыш” бәйгеһендә ул – 3-сө, ә ағаһы Ғайса 1-се урын ала. Әсәләре Ғәзизә улар менән бик ғорурлана. Афарин! Шундай ат йәнле шәп малайҙар үҫтергән атай ҙа маладис! Фото: https://vk.com/id562918259, https://vk.com/id204904643 Видео: https://vk.com/id562918259?z=video562918259_456239088%2Fa1962ca8b9bc990906%2Fpl_wall_562918259