Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Башҡортостандың Урал аръяғы райондарына килде. Эш сәфәре Әбйәлил районының Асҡар ауылында «Көнсығыш-1» биҫтәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 640 уҡыусыға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөү майҙансығын ҡарауҙан башланды. - Яңы учреждениены «Демография» милли проекты сиктәрендә һалабыҙ. Балалар баҡсаһы менән мәктәпте 2024 йылда асыу күҙаллана. Асҡар ауылындағы был уҡыу комплексы – ауыл өсөн бик кәрәкле объект, бында 9 меңдән ашыу кеше йәшәй. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә, - тине Премьер-министр объект төҙөлөшө мәсьәләһе буйынса күсмә кәңәшмә ваҡытында. Мәктәп бинаһын төҙөү дауам итә, кирбес һәм плитә һалыу буйынса эштәр алып барыла. Андрей Назаров төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына Капиталь төҙөлөш идаралығы менән берлектә мәктәпте ваҡытында сафҡа индереү өсөн төҙөлөш майҙансығында эшселәр һәм техника һанын арттырырға ҡушты. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru