Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Әсәйем тураһында уйлайым”

Яратҡан йырсыбҙ, моңло тауышлы Ришат Төхвәтуллан социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына үҙенең яҙылыусылары менән аралаша. Был юлы унан концерт алдынан стресс менән нисек көрәшеүе тураһында һорағандар. “Үҙемде ҡулда тоторға тырышам. Магний эсәм, ярҙам итә кеүек. Ысынында, әле миңә тәүге йылдарҙағыға ҡарағанда тынысыраҡ. Стрессҡа уҡ барып етмәй. Әммә барыбер концерттар алдынан борсолоу бар, сөнки, мин үҙем өсөн генә яуап бирмәйем. Ниндәйҙер техник проблемалар килеп сығыр тип уйлайһың. Бына ошо яуаплылыҡ стресс хәленә килтерә ала. Мин тынысланырға тырышам, әсәйем тураһында уйлайым. Ә былай тәжрибә артҡан һайын еңелерәк”, – тигән ул. Фото: "Ришат Тухватуллин | OFFICIAL" төркөмөнән.