Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төйәләҫтәге гидротехник ҡоролма үҙгәртеп ҡороласаҡ

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Сибайға эш сәфәрендә Төйәләҫ йылғаһындағы гидротехник ҡоролманы ҡараны. –Күгәрсендәр өсөн Йомағужа һыу һаҡлағысы нисек мөһим булһа, Сибай халҡы өсөн дә был ҡоролма ҙур әһәмиәткә эйә. Был матурлыҡ, ял зонаһы ғына түгел, шулай уҡ ҡала яны участкаларын һыу менән тәьмин итәсәк. Гидротехник ҡоролманы өс йүнәлештә үҙгәртеп ҡорасаҡбыҙ. Был хәүефһеҙлек тә, биләмәне төҙөкләндереү ҙә, йыл әйләнәһенә эшләүсе “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагерын яңыртыу ҙа тигән һүҙ. Балалар учреждениеһын яңыртыуҙы тамамлағанға тиклем гидроузелды үҙгәртеп ҡороу һәм һыу ятҡылығын таҙартыу буйынса бөтә эштәрҙе башҡарырға кәрәк, – тип билдәләне етәксе. Төйәләҫ йылғаһындағы гидроузел 1958 йылда Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты фабрикаһын һәм ҡала эргәһендәге баҡса йәмғиәттәрен техник һыу менән тәьмин итеү өсөн сафҡа индерелде. Объект 3-сө класс хәүефһеҙлегендәге гидротехник ҡоролма булып тора. Сибайҙан ике километр алыҫлығында урынлашҡан. Әлеге ваҡытта ул баҡса йәмғиәттәрен генә һыу менән тәьмин итә. Объект 2016 йылдан алып хеҙмәтләндерелмәгән һәм етди үҙгәртеп ҡороуға мохтаж. Республиканың адреслы инвестицион программаһына ярашлы, проект документацияһы эшләнәсәк. Андрей Назаров яуаплы ведомстволарға 2024 йыл аҙағына тиклем бөтә әҙерлек һәм проект-эҙләнеү эштәрен тамамларға ҡушты. ”Киләһе йылдан ҙур эште башлаясаҡбыҙ. Ике йыл эсендә үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тулыһынса тамамларға, ял буйы зонаһын тәртипкә килтерергә тейешбеҙ”, – тип йомғаҡланы Премьер-министр. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23093/