Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәре был наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булды. Республика етәксеһе яугирҙәргә лайыҡлы хеҙмәт һәм ҡуйылған бурыстарын үтәгәндән һуң өйөнә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. – Йола буйынса алдынғы һыҙыҡта алышҡан яугирҙәребеҙгә ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәрби бурысығыҙҙы үтәгеҙ һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Ә республика һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Рәсәй Оборона министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.