Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Федераль проект буйынса беҙ алдынғылар рәтендә

20 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә “Профессионалитет” федераль кадрҙар проектын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде. Ул эш биреүселәрҙең маҡсатлы заказы буйынса белгестәр әҙерләүгә һәм предприятиеларҙы белем биреү процесына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, Башҡортостан – урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә алдынғыларҙың береһе. Республикала 92 колледж һәм уларҙың 44 филиалы эшләй. Бында 98 меңдән ашыу студент уҡый. 118 эшсе һөнәр һәм 173 белгеслек буйынса кадрҙар әҙерләнә. – 2022 - 2026 йылдарға Башҡортостанда урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереү стратегияһы беҙҙең төбәк иҡтисадының реаль ихтыяждары менән кадрҙар әҙерләү системаһын синхронлаштырыуҙы ҡарай, – тине Илдар Мәүлетбирҙин. 2022 йылда республика илдең тәүге субъекттары иҫәбендә һайлап алыу турын үтеп, “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша башлай. – Проект принцибы бик ябай, – тине Илдар Мәүлетбирҙин. – Колледждарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә федераль бюджеттан аҡса бүленә. Уртаҡ финанслау шарттарында уҡыу йорттарын модернизациялауҙа эш биреүсе предприятиелар, шулай уҡ республика ҡатнаша. Һөҙөмтәлә беҙ тулыһынса әҙер заманса уҡыу йорттары алабыҙ. “Профессионалитет” проекты буйынса тәүге белем биреү-етештереү үҙәген (кластер) 2022 йылда Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ҡатнашлығында төҙөгәндәр. Ә 2023 йылда республикала иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтары буйынса тағы ете кластер асылды. Федераль гранттың күләме 60,5 миллиондан 100 миллион һумға тиклем тәшкил итте. Ике йылда төбәк бюджетынан 367,5 миллион һум бүленгән. “Профессионалитет” проектында селтәрле үҙ-ара эш итеүҙә Башҡортостандың 51 колледжы ҡатнашты. 2024 йылда тағы алты кластер асыу күҙаллана. Шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны буйынса – 14 кластер – Башҡортостан Татарстан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Уларҙы булдырыуға федераль бюджеттан бөтәһе 1,152 миллиард һум йәлеп ителгән. Сығыш аҙағында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, төбәктә белем биреү-етештереү үҙәктәрен төҙөүгә федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү эшен дауам итәләр, тип билдәләне. Рәсәй Мәғариф министрлығы иғлан иткән 2024 йылға өҫтәмә һайлап алыуҙа республиканың өс колледжы ҡатнашырға ниәтләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Мәғариф һәм фән министрлығына “Профессионалитет” федераль проектында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был эш менән шөғөлләнеүегеҙ бик яҡшы. Хәҙер беҙҙең колледждарға инеү ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Ремонт эштәре барышында белем биреү учреждениеларында ятаҡтарҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк. Студенттар яҡшы шарттарҙа йәшәргә тейеш. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йыл һайын республика үҙ иҫәбенә 5-7 колледжды тәртипкә килтерә. – Быйыл белем биреү корпустарын, ятаҡтарҙы ремонтлауға 500-әр миллион һум йүнәлтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күптән түгел Мәскәүҙә үткән Мәғариф көнөндә Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов менән илдә колледждарыбыҙҙың матди базаһын яҡшыртыу өсөн федераль программа кәрәклеге тураһында һөйләштем. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына колледждарҙың яңы филиалдарын булдырыу һәм күрше төбәктәр менән сиктәш булған муниципалитеттарҙа ихтыяжлы һөнәрҙәр асыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. – Аҡъяр тау колледжында медицина йүнәлеше асыу – бик яҡшы идея. Башҡа райондарҙы ла анализларға кәрәк. Һығылмалы булыу һәм заманса талаптар өсөн белгестәр әҙерләү мөһим. Беҙҙең программалар иҫкергән булырға, улар талап ителгәндең барыһына ла тап килергә тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Әле хеҙмәт ресурстары өсөн көрәш бара. Иҡтисад үҫешә, белгестәр кәрәк булған яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Йәштәр тыуған республикаһында уҡыһын һәм артабан эшләһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Кеше ресурсы – ул төп байлыҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.