Әле Әбйәлил районында күптән көтөлгән ҙур сара - "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" асыҡ академияһы гөрләй. Ул “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Әбйәлил район хакимиәте менән берлектә уҙғарыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрен, тәбиғи асылын асыу, сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу мөмкинлеге биргән бындай саралар Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторола. Йолаға ярашлы, Әбйәлил районында үткән сарала төрлө тематик биләмәләр эшләй. “Матурлыҡ биләмәһе”, "Һаулыҡ биләмәһе", “Үҙ-үҙеңде танып белеү биләмәһе”, "Профессиональ үҫеш биләмәһе", "Балалар һаулығы биләмәһе" һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙә һәр ҡатын-ҡыҙ һорауҙарына яуап эҙләй, матурлыҡ серҙәренә төшәнә, табиптарға күренә, төрлө тренигтарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең эшендә проекттың авторы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова үҙе лә ҡатнаша. Шулай уҡ Өфөнән һәм башҡа ҡала, райондарҙан килгән спикерҙар сығыш яһай. Сара аҙағында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың һәм “Айҙар” театр- студияның сағыу концерты көтөлә. Автор фотолары.