Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Өлгөлө атай” конкурсында ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан Флүр Фәйзәүи улы Зиннәтуллин. Флүр Фәйзәүи улы Себерҙә вахта ысулы менән электромонтер булып эшләй. Улар ҡатыны Юлиә Хәмитйән ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Әлфиә Екатеринбург ҡалаһындағы колледжда юриспруденция йүнәлешендә белем ала. Улдары Тимур – Ҡашҡа ауылы мәктәбенең 5-се класc уҡыусыһы. Өс йәшлек Раян балалар баҡсаһына йөрөй, ә 1,5 йәшлек Богдан әлегә әсәһе менән донъя көтә. Зиннәтуллиндар йәй дауамында күпләп ҡош-ҡорт үҫтерә, ҡураларында ваҡ мал да ишле генә. “Мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарауҙа, баҡса эштәрендә балаларыбыҙ ҙур ярҙамсы. Улар бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә”, - ти Юлиә менән Флүр. Зиннәтуллиндар үҙ көсө, тырышлығы менән матур итеп яңы йорт төҙөгән. – Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә төпләнеп, яңы йорт һалыусылар кәмене. Был