Башҡортостан мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостан – мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Ошо хаҡта Мәскәүҙә Мәғариф көнөнөң эшлекле программаһында Рәсәй министры Сергей Кравцов белдерҙе. Сара “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙанында милли ҡаҙаныштар Форумы сиктәрендә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар сессияла сығыш яһап, төбәктә мәғариф өлкәһендә башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу маҡсатына 2019 йылдан 1,2 триллион һум аҡса бүленгән. Ошо арауыҡта Рәсәйҙә алты меңдән ашыу мәктәп, мәктәпкәсә 1 мең 676 белем учреждениеһы төҙөлгән йә яңыртып ҡоролған. Был өлкәлә флагмандар рәтенә сыҡҡан Башҡортостанда 2022 йылдан башлап «Мәғариф» һәм «Демография» милли проектарын бойомға ашырыу маҡсатында Башҡортостанда 38 мең бала уҡыған 140 мәктәп бинаһы яңыртылған. 215 спорт залы һәм 25 асыҡ спорт майҙансығы төҙөкләндерелгән. 650 мәктәп заманса цифра ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бары биш йыл эсендә республикала 44 яңы мәктәп һәм 65 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Милли проекттарҙың юғары кимәлдә үтәлешенә өлгәшкән һәм төбәктә заманса мәғариф инфраструктураһын булдырған өсөн төбәк етәкселеге Рәсәй Хөкүмәтенең Рәхмәт Хатына лайыҡ. Награданы Радий Хәбировҡа вице-премьер Татьяна Голикова тапшырҙы.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».