Найти тему
Башкортостан 24

Республика башлығы губернаторҙар клубында

   Республика башлығы губернаторҙар клубында
Республика башлығы губернаторҙар клубында

Республика башлығы губернаторҙар клубында

Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Губернаторҙар клубы” ултырышында ҡатнашты. Стратегик инициативалар Агентлығы был форумда “Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” тураһында фекер алышыу ойошторҙо.Башҡортостан Башлығына һүҙ биреп модератор республика форумға ғаризалар биреү һаны буйынса рекордсмен, тип таныны. 2023 йылда Башҡортостан “Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына 3 мең 707 идея тәҡдим иткән. Радий Хәбиров төбәктә гражданлыҡ, йәмәғәт әүҙемлеге, гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыусы экомөхит оҙаҡ йылдар формалашты, тип белдерҙе. Миҫал итеп республика етәксеһе гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән 300 миллион һумлыҡ гранттарҙы килтерҙе. Башҡортостан шулай уҡ президент гранттарында ла әүҙем ҡатнаша. Медиалогия мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан форумдар һаны һәм уларҙы яҡтыртыу буйынса Мәскәүҙән һуң икенсе урында.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».