Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды Спорт үҙәге республиканың билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, башҡаланың элекке мэры хөрмәтенә аталды. Төҙөлөш "Газпром-балаларға" социаль проекты ярҙамында алып барылды. Өс ҡатлы бинала үҙенең бассейны һәм боҙ һырғалағы ла бар. Спорт үҙәген асыу тантанаһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы фигуралы шыуыусыларҙың һәм йәш хоккейсыларҙың сағыу сығыштарынан башланды. Спорт үҙәгенең асҡысы уның йәш тәрбиәләнеүселәренә тапшырылды. Физкультура –һауыҡтырыу комплексының асылыуы менән Радий Хәбиров шәхсән ҡотланы. Спорт үҙәге Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлдө һәм 2020 йылда ҡаты сирҙән һуң вафат булған баш ҡаланың элекке мэры Өлфәт Мостафин хөрмәтенә аталды. Менделеев урамында урынлашҡан өс ҡатлы спорт объекты ике йыл эсендә төҙөлгән. Үҙәктә йөҙөү буйынса секциялар ойошторолған, ике бассейн төҙөлгән. Шулай уҡ боҙ аренаһы ла бар. Унда буласаҡ фигуралы шыуыусыларға һәм хоккейсылар
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
20 февраля 202420 фев 2024
2
1 мин