“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк оттороу яҡшы йолаға әйләнде. Хәҙер күптәр был сараны көтөп ала һәм даими ҡатнаша. Бүләкле булған уҡыусыларыбыҙҙан: “Беҙ гәзиткә бүләк өсөн яҙылмайбыҙ, уҡыр өсөн алдырабыҙ”, – тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Манты ҡаҙаны отҡан Мансур Һиҙиәтов та шундай фекерҙә. Яҙыусы, Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, хеҙмәт ветераны Мансур Яҡшыбай улы Белорет металлургия комбинатында 30 йыл эшләп, хаҡлы ялған сыҡҡан. Һөнәре буйынса эшсе булһа ла әҙәбиәткә ғашиҡ, ваҡытлы матбуғаттан да айырылмай – әле лә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Урал” гәзиттәрен, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк” журналдарын алдыра. – “Башҡортостан” гәзитен үҙемде белә-белгәндән, мәктәп йылдарынан уҡ уҡып барам – 60 йылдан ашыу. Минең өсөн гәзит – ашаған икмәк. Үҙем сығышым менән Белорет районының төпкөл Һуйыр Айыс ауылынан. Ул Инйәрҙән 45 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ғаиләлә биш малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Атайым һуғыш ветераны ине, уның 25 һум самаһы пенсияһы ҙур ғаиләне ҡарарға етмәй. Миңә бала саҡта төрткө тиреһен тапшырып, кешеләргә бесән-утын әҙерләүҙә ярҙамлашып, мәктәпкә барырға кейем, уҡыу әсбаптары алырға тура килде. Шул йыйған аҡсаға көҙөн гәзит-журналдарға яҙылырға ла форсат таптым. “Башҡортостан” гәзитенең “Өлгөрбай яҙмалары” рубрикаһы оҡшай ине. Унда сыҡҡан мәҡәләләр буйынса һәр саҡ саралар күрелде. Әле лә гәзиттә ошо рубриканы тергеҙергә ине, – тип фекерен уртаҡлашты Мансур Һиҙиәтов. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙең дә гәзиткә яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеге бар. Бының өсөн 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан”ға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен мөхәрририәткә ебәрергә кәрәк. Онотмағыҙ: тәүәккәлдәргә бәхет йылмая! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.