Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән Гөлсибәр бөгөн махсус хәрби операцияла, алғы һыҙыҡтағы госпиталдә яралы яугирҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн көрәшә. Бәләкәйҙән сәхнәлә күбәләктәй осоп бейегән ҡыҙҙы ауылдаштары бейеүсе булыр тип юрай. Хатта уға “үҙебеҙҙең бейеүсе ҡыҙ” тигән ҡушамат та тағыла. Мәктәп йылдарында ауылдағы бер сара ла Гөлсибәрһеҙ үтмәй: йә ул сәхнәлә өйөрөлөп бейей йә әхирәттәре менән әҫәрҙәрҙән төрлө өҙөктәр сәхнәләштерә. Ул буй–һын тиһеңме, сәхнәлә үҙен тотоуы, дикцияһы булһынмы – ҡойоп ҡуйған артист тиерһең! Сәхнәне генә түгел, спортты ла үҙ иткән ҡыҙ төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ беренселекте яулай. Туғыҙынсы класты тамамлағас, барыһын да аптыратып, документтарын сәнғәт колледжына түгел, ә Сибай медицина колледжына тапшыра. Уны уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһының 21–се клиник дауаханаһына эшкә урынлаша. Коронавирус осоронда ковид госпиталендә лә эшләй. Сирлеләргә ҡарата иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Әммә ҡыҙҙың күңелендә бала саҡтан күптәр белмәгән йәшерен бер сер ята. Хәрби кеше булырға хыяллана ул. Гөлсибәрҙең әсәһе әйтеүенсә, былтыр ул ата–әсәһенә әйтмәй генә махсус хәрби операцияға барырға контракт төҙөй, китер алдынан ғына ҡайтып яҡындарына белдерә һәм юлға сыға. Барғас та уларға хәрби кейем бирелә, уны кейеп туғандарына “Минең хыялым тормошҡа ашты!” тип яҙып фото ебәрә. Бөгөн ҡыйыу ҡыҙ алғы һыҙыҡта яралыларға ярҙам күрһәтә. Һәр быуындың үҙ геройҙары була. Бөгөн нескә иңдәренә оло яуаплылыҡ алып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған Күсей ҡыҙы Гөлсибәр ҙә геройҙар дәүерен лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе. Фото: шәхси архивынан.