Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә

“Башҡортостан” милли паркының фәнни белгесе Лилиә Солтангәрәеваның фототоҙағына эләккән кадр: ҡош осоп барған еренән турғайҙы тотоп алып, ботаҡҡа ҡунған. Был табыш – уның киске ашы. - Ҡышын һупайҙы йышыраҡ бәләкәй ҡоштар менән туҡлана. Йәгеһен сысҡандарға һөжүм итә. Үҙенең ауырлығы ни бары 80 грамм самаһы. Шуға етеҙ һәм тиҙ оса, - тип һөйләй Лилиә Солтангәрәева. Был ҡоштоң исемдәре күп: һупайҙы, ҫупайҙы, һупылдаҡ, һупылдаҡ ябалаҡ, һупа япалаҡ. Ул сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Осҡан ҡоштоң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Башы ҙур, йомро. Ҡолаҡтары юҡ. һырты эре аҡ таплы көрән. Ҡорһаҡ яғы буй-буй көрәнһыу ерән таплы һарғылт аҡ. Аяҡтары тырнаҡтарына тиклем йөн менән ҡапланған. Күҙҙәре һары. Ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәктәр менән туҡлана. Киң таралған ултыраҡ ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡостарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Фото: Лилиә Солтангәрәева.