Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Минең баҡсам” мәғлүмәт системаһын һынап ҡарау башланды

Был проектты Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы булдырған. Бындай төбәк һанлы системаларҙы булдырыу һәм үҫтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. – Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һанлаштырыу – ҡотолғоһоҙ процесс. Бөгөн СНТ рәйестәренә бөтә мәғлүмәтте үҙләштереү, ҡул менән эшләү ауыр. ГИС объекттар һәм милекселәр, сикләүҙәр, шәхси иҫәптәр һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирә. Шул уҡ ваҡытта система автоматик рәүештә асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүмәт базаһын булдыра. Программа шулай уҡ ғаризалар төҙөргә, мөрәжәғәттәргә һәм дәүләт ярҙамы буйынса ҡарарҙарға яуап алырға мөмкинлек бирә. Ул СНТ рәйестәренә ширҡәттәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ярҙам итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры, вице-премьер Илшат Фәзрахманов. – Уҙған йылдың декабрендә СНТ рәйестәре “күсемһеҙ милек объекттары” һәм “шәхси иҫәптәр һәм иҫәпләүҙәр” системаһының ике модулен һынап ҡарай башланы. Улар иҫәп мәғлүмәттәрен базаға индерә, ә эшләүсе кире бәйләнеш ала һәм уға ярашлы саралар күрә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. “Минең баҡсам” системаһын индереүҙең өҫтөнлөгө, СНТ рәйестәре өсөн – бөтә йүнәлештә лә йәшәү эшмәкәрлегенең автоматлашыуы, баҡсасылар өсөн – үҙ баҡсаларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге. Фото: “Башинформ”дан.