Баҡсағыҙҙа ниндәй сәскә үҫтергән өсөн штраф йәки ике йылға иректән мәхрүм итеүҙәре барлығын беләһегеҙме? Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Гаврилов (КПРФ) хәбәр итеүенсә, өс төҫлө ипомея үҫтергән өсөн ҡайһы бер осраҡтарҙа Енәйәт кодексы нигеҙендә граждан ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителергә мөмкин. Баҡһаң, уның орлоҡтарында галлюциноген һәм наркотик матдәләр бар икән. Әгәр ҙә баҡсаңда ипомея һаны 100 үҫентенән артып китһә, был енәйәт булараҡ иҫәпләнә. Өс төҫлө ипомеяның өс грамм ғына орлоғон һаҡлау йәки алыу ҙа енәйәт тип һанала. Депутат шулай уҡ рододендрон һәм дельфиниумды ла ағыулы сәскә тип атаған. Баҡсасылар, яҙын сәскә сәсер алдынан халыҡ һайлаған депутаттарҙың уйлап сығарған закондарына иғтибарлы булығыҙ. Матурлыҡ тыуҙырам тип иректән мәхрүм ителеп ҡуймағыҙ! Фото: rastenievod.com