«Берҙәм Рәсәй» партияһы I Халыҡ-ара «Милләттәр азатлығы өсөн!» колониализмдың хәҙерге практикаһы менән көрәшеү яҡлылар форумын үткәрҙе. Унда Африка, Азия, Яҡын Көнсығыш, Латин Америкаһы, Европа һәм БДБ илдәренең алдынғы сәйәси көстәре вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин уны үткәреү башланғысының «бик мөһим» булыуын билдәләне. «Илебеҙ колониаль системаның нигеҙҙәрен юҡҡа сығарыу, милли-азатлыҡ хәрәкәттәренә булышлыҡ итеү өсөн күп эшләне. Йәш бойондороҡһоҙ дәүләттәргә именлекте тәьмин итеүҙә, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыуҙа, киҫкен социаль, гуманитар проблемаларҙы хәл итеүҙә етди ярҙам күрһәтте. Бөгөн беҙ ысын азатлыҡ һәм ғәҙеллек, бөтә илдәр һәм халыҡтар өсөн прогресс өсөн көрәштә көстө берләштерергә әҙербеҙ. Уның нигеҙендә халыҡ-ара хоҡуҡ, бер-беребеҙҙең законлы мәнфәғәттәрен ихтирам итеү принциптары, үҙ-ара ышаныс һәм ижади хеҙмәттәшлек ята», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президенты. «Берҙәм Рәсәй» рәйесе Дмитрий Медведев форумда ҡатн
Маҡсат – ғәҙел донъя төҙөү өсөн көстәрҙе берләштереү
19 февраля 202419 фев 2024
2 мин