Бөрйән районының Брәтәк ауылы күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: тирә-яҡтан уны мөһабәт ҡарағайҙар үҫкән мәғрур тауҙар уратып алған, ауыл уртаһынан таҙа һыулы Нөгөш йылғаһы аға. Ә ауылдың үҙен ошо тәбиғәт кеүек матур, саф күңелле, уңған, йүнсел кешеләре йәмләгәне – күптән билдәле хәҡиҡәт, тип әйтергә була. Шундайҙарҙың береһе – Эльвира менән Ишкилде Фәхрийәновтарҙың ишле ғаиләһе. Ғаилә башлығы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә ойошторолған “Өлгөлө атай” конкурсында ҡатнаша. Райондан кемде һайларға була, тигән һорауға бер тауыштан тигәндәй Ишкилде Фәхрийәновҡа тиккә генә күрһәтмәгән яҡташтары. Ауылдаштары араһында абруйлы, хөрмәтле ир-уҙаманы, бөтмөр, уңған, оҫта ҡуллы хужа, хәстәрлекле атай, ҡатыны Эльвираға һәр яҡлап терәк-таяныс булған тормош иптәше лә ул. Ишкилде йорттарында, мәктәп ҡаҙанлығында эшләүҙән тыш, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ирҙәр ҡорон етәкләгән ирҙең һүҙе һәр саҡ баһалы, үтемле. Уның янына иң ихлас, уңған ир-егеттәр тупланған, улар бәл