Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президентын һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы эшләй, ул һайлаусыға ил биләмәһендә үҙе теләгән һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинлеген бирә. Бының өсөн ғаризалар ҡабул итеү пункттарында булған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә 2024 йылдың 11 мартынан да һуңға ҡалмайынса индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк: Үҙегеҙ теләгән территориаль һайлау комиссияһына (ТИК), ҡабул итеү сәғәттәре: эш көндәрендә 12.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем. Үҙегеҙ теләгән Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйныса күп функциялы үҙәккә (МФЦ). Электрон төрҙә, раҫланған иҫәп яҙмаһы булған осраҡта, “Дәүләт хеҙмәттәре” берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша. 2024 йылдың 6 мартынан 11 мартына тиклем үҙегеҙ теләгән участка һайлау комиссияһына (УИК), ҡабул итеү сәғәттәре: эш көндәрендә 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем. 16 февралгә ҡарата “Мобиль һайлаусы” механизмы аша 10 143 ғариза бирелгән. 16 февралгә ҡарата “Мобиль һайлаусы” механизмы аша 10 143 ғариза бирелгән. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom