Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күп балалы ғаилә урамда ҡалған

Кисә, 18 февралдә, төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр Мишкә районы Ҡарға ауылына ваҡиға урынына килгәндә ике ҡатлы йорттоң эсен ул ялмап алған булған, шулай уҡ яҡын ятҡан 30 төргәк һаламға ла ут тоҡанған. Һүндереүгә һигеҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә 1969 йылғы ҡатын, 1966 йылғы ир зыян күргән, төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән улар дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ 2013 йылғы бала төтөнгә ағыуланып, табиптар күҙәтеүе аҫтына алына. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, янғын ваҡытында йортта һигеҙ кеше булған, шуларҙың алтыһы бала. Йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған булған. Ут сыҡҡас, ҡорамал сигнал биреп – һыҙғырып, ваҡытында йортта йәшәүселәрҙе уята. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәйәсәк. Район хакимиәтендә зыян күргән ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн махсус комиссия ултырышы планлаштырылған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр

Кисә, 18 февралдә, төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр Мишкә районы Ҡарға ауылына ваҡиға урынына килгәндә ике ҡатлы йорттоң эсен ул ялмап алған булған, шулай уҡ яҡын ятҡан 30 төргәк һаламға ла ут тоҡанған. Һүндереүгә һигеҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә 1969 йылғы ҡатын, 1966 йылғы ир зыян күргән, төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән улар дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ 2013 йылғы бала төтөнгә ағыуланып, табиптар күҙәтеүе аҫтына алына. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, янғын ваҡытында йортта һигеҙ кеше булған, шуларҙың алтыһы бала. Йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған булған. Ут сыҡҡас, ҡорамал сигнал биреп – һыҙғырып, ваҡытында йортта йәшәүселәрҙе уята. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәйәсәк. Район хакимиәтендә зыян күргән ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн махсус комиссия ултырышы планлаштырылған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.