2024 йылдың беренсе кварталында, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, Башҡортостандың ҙур инфраструктура проекттарының береһен – «Көнсығыш сығыу юлы»н файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына сығыу юлын түләүле нигеҙҙә файҙаланыу үҙенсәлектәре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һүҙҙәренсә, I категориялы транспорт сараларына көндөҙ юл хаҡы – 100 һум, төнгө ваҡытта – 20 һум, башҡа категория транспорт саралары (II, III һәм IV) өсөн 250 һум һәм 50 һум тәшкил итәсәк. - Башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, бындай сумма оптималь, тип иҫәпләйбеҙ, түләүле юл менән файҙаланыу ахыр сиктә автомобиль яғыулығын, шулай уҡ юлда тотонолған ваҡытты экономиялауға килтерәсәк. Автоһәүәҫкәрҙәр баш ҡала үҙәгенән М-5 федераль трассаһына ни бары 10 минутта бара ала. Әлбиттә, түләүле алымды индергәнгә күрә, объектта юл япмаһының сифатынан алып сервисҡа тиклем барыһы ла юғары кимәлдә булырға тейеш, - тип билдәләне Андрей Назаров. Законға ярашлы, «Көнсығыш сығыу юлы» буйлап йөрөү йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, махсус хеҙмәттәр һәм почта машиналары өсөн бушлай буласаҡ. Премьер-министр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына бушлай йөрөүгә хоҡуҡлы граждандар категорияларын билдәләү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. Белешмә өсөн: «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты илдең Транспорт министрлығы тарафынан «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указ положениеларын үтәү өсөн әҙерләнде. Милли проект бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Фото: Александр Клебановтың телеграм-каналы.
Өфө үҙәгенән М5 федераль трассаһына 10 минутта барып етеп буласаҡ
19 февраля 202419 фев 2024
1 мин