Найти в Дзене

Мәктәп формаһы өсөн түләнгән аҡса – ғаиләгә ҙур ярҙам

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға мәктәп формаһы һатып алған өсөн аҡсалата компенсация түләү мәсьәләләре тикшерелде. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләрҙән 32 мең самаһы бала белем ала. - Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың күпселек өлөшө мәктәп формаһы һатып алған өсөн аҡсалата компенсация менән файҙаланды. Бындай ғаиләләрҙән 6,5 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәп кәрәк-яраҡтары алды. Бынан тыш, ағымдағы йылда Рәсәй Президентының күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында Указы донъя күрҙе, уға ярашлы, мәктәп уҡыусыларын уҡыу осорона мәктәпкә йөрөү өсөн кейем менән тәьмин итергә тәҡдим ителде, - тип һөйләне Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 30 меңдән ашыу уҡы

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға мәктәп формаһы һатып алған өсөн аҡсалата компенсация түләү мәсьәләләре тикшерелде. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләрҙән 32 мең самаһы бала белем ала. - Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың күпселек өлөшө мәктәп формаһы һатып алған өсөн аҡсалата компенсация менән файҙаланды. Бындай ғаиләләрҙән 6,5 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәп кәрәк-яраҡтары алды. Бынан тыш, ағымдағы йылда Рәсәй Президентының күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында Указы донъя күрҙе, уға ярашлы, мәктәп уҡыусыларын уҡыу осорона мәктәпкә йөрөү өсөн кейем менән тәьмин итергә тәҡдим ителде, - тип һөйләне Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 30 меңдән ашыу уҡыусы йыл һайын мәктәп формаһы һатып алған өсөн аҡсалата компенсация формаһында дәүләт ярҙамы алыуы хаҡында һөйләне. Был сумма йыл һайын индексациялана. - 2023 йылда мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсацияның максималь күләме, индексацияны иҫәпкә алып, 4664 һум 50 тин тәшкил итте. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән 29517 уҡыусы дөйөм суммаһы 133 миллион һумдан ашыу аҡсалата компенсация алыу хоҡуғы менән файҙаланды, - тип һөйләне Илдар Мәүлетбирҙин. - БР Мәғариф һәм фән министрлығы күп балалы ғаиләнең мохтажлыҡ критерийына юл ҡуймаҫҡа; аҡсалата компенсацияны уҡыуға йөрөү өсөн кейем менән тәьмин итеү механизмы булараҡ ҡалдырырға, шулай уҡ бөтә уҡыу осорона спорт формаһы һатып алыуҙы иҫәпкә алып, компенсация суммаһын тулыландырырға; ике йылға бер тапҡыр һатып алынған мәктәп һәм спорт формаһы өсөн аҡсалата компенсация бирергә тәҡдим итә, - тип өҫтәне Илдар Мәүлетбирҙин. Фекер алышыуҙы тамамлап, Андрей Назаров Мәғариф һәм фән министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә ултырышта ҡаралған ярҙам сараларын алыусылар һанын арттырыу өлөшөндә норматив хоҡуҡи документтарға үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.