Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үтәгәндәр айыҡлыҡ яҡлы

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында «Айыҡ аҡыл - көслөләрҙең юлы» исемле төбәк-ара семинар-практикум үтте. Сарала саҡырылған ҡунаҡтар һәм Ҡырмыҫҡалы районы әүҙемдәре ҡатнашты. “Айыҡ ауыл” республика проекты сиктәрендә ойошторолған сараның мәртәбәле ҡунаҡтары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, философия фәндәре докторы, профессор Гүзәл Вилданова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова һәм башҡалар булды. Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләрҙе үтәгәндәр өс секцияға бүлеп, уртаға һалып һөйләште. Айыҡ ауыл булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Тәү сиратта ауылда алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу. Быны нисек эшләргә? Халыҡты нисек тупларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы күрше төбәктәрҙә нисек хәл итәләр? Уларҙың эш тәжрибәһе ниндәй? Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуға видеоконференция бәйләнеша аша Саха (Яҡут) Республикаһы Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт, демография, ғаилә һәм балаларҙы яҡлау буйынса комиссия рәйесе, «Уртаҡ эш» Президент башланғыстарына булышлыҡ итеү бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе Елена Карловна Колесникова сығыш яһаны. Ул республикала ойошторолған эш тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, Саха (Яҡут) Республикаһында һуңғы 20 йылда айыҡ тормош алып барыу буйынса бик әүҙем эш алып барылған. Ауылда алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу халыҡтың тауыш биреүенә ҡарап ҡабул ителә. Ауыл халҡының 70 – 85 проценты был ҡарар өсөн тауыш бирергә тейеш. - Республикала 31 муниципаль район бар. Шуларҙың 201 ауылы “Айыҡ ауыл” тип иғлан ителгән. Уларҙа йәмғеһе 108 590 кеше йәшәй. Был ауылда йәшәгән халыҡтың 33 процентын тәшкил итә. Һуңғы тикшереүҙәргә ҡарағанда, ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтә бирә башлаған. Айырыуса ир-егеттәр статистикаһында был асыҡ күренә. Уларҙың уртаса ғүмере ике йылға оҙонайған. Енәйәтселек һаны ла кәмегән. Һорау алыуҙарға ҡарағанда, Айыҡ ауылдарҙа халыҡ үҙен һәйбәтерәк тоя башлаған, халыҡ әүҙемләшкән, физик культура менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡан, социаль-психологик хәл тотороҡланған, эшҡыуарҙар һаны артҡан. Был ҡыуандыра. Белгестәргә иһә даими рәүештә был тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торорға кәрәк. Шуға ауылдарҙа төрлө саралар үткәрәбеҙ. Һау туҡланыу, скандинав таяҡтар менән йөрөү, балалар һәм йәштәр менән эшләү – барыһы ла мөһим, - тине Елена Колесникова. Был түңәрәк өҫтәл үтәгәндәрҙең сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарынан видеосәләмдәр менән тамамланды. Уларҙың барыһы ла тормоштарын сит тарафтар менән бәйләһә лә, ауылдағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып, ҡеүәтләп торалар. Төмән өлкәһендә йәшәгән Ришат Исламғолов утыҙ йылдан ашыу Башҡорттар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы. Ғәбделзада Йәғәфәров Сахалин башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булған. Әле уға 89 йәш, оло булыуына ҡарамаҫтан ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһына, һағына. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов үткәргән секцияға Ҡырмыҫҡалы районы имам-хатибтары йыйылды. «Алкоголгә бәйлелек проблемаһы һәм ислам уны нисек хәл итә?» тигән һорауға дин әһелдәре яуап эҙләне. Морат Лоҡманов үҙ тәжрибәһенән сығып, эскән кешеләр менән эш алып барыу тураһында һөйләне. Тәү сиратта мәсеткә балаларҙы һәм йәштәрҙе ылыҡтырыу кәрәклеген билдәләне. «Минең тормошом, минең яуаплылығым» секцияһын философия фәндәре докторы, профессор Гүзәл Вилданова алып барҙы. Был һөйләшеүҙә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙән тыш, был көндө район үҙәк дауаханаһынан нарколог теләүселәрҙе ҡабул итте, консультация үткәрҙе һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Үтәгән ауылы халҡы республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә быға тиклем үткәрелгән сараларҙың ыңғай тәжрибәһен иҫәпкә алып киләсәккә эш планын билдәләне. Тәү сиратта халыҡтың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, эскеселеккә ҡаршы ойошторолған саралар үткәрергә. Урындағы халыҡ менән, шул иҫәптән иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан, эскелеккә бирелгән контингент менән эшләгәндә ведомство-ара бәйләнеште әүҙемләштерергә, белгестәрҙе ылыҡтырырға, йәмәғәт фекере лидерҙарын йәлеп итергә кәрәк. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары үткәрелгән көндәрҙә Үтәгән ауылының сауҙа нөктәләрендә иҫерткес һәм һыра эсемлектәрен һатыуҙы сикләүҙе (тыйыуҙы) тәғдим иттек. Ғаилә йылы сиктәрендә «Айыҡ ғаилә» конкурсын ойошторорға кәрәк тигән фекергә килдек. Үтәгәндәрҙең киләсәккә ҡорған пландары бихисап. Яйлап уларҙы тормошҡа ашырырбыҙ, - ти ауыл старостаһы Дилара Хоҙайғолова.Автор фотолары.