Учалы районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, 17 февралдә Сәфәр ауылында милли колорит менән һуғарылған «Аҡман-тоҡман уйындары» мәҙәни-спорт байрамы үткән. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған. Мәғлүм булыуынса, бәйгелә Сәфәр ауылы Учалы районы данын яҡлай. Байрамда ҡатнашыусыларҙы республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, философия фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гүзәл Вилданова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" этноүҙәге етәксеһе Ирек Әхмәҙиев, район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәбрикләгән. Ат сабышы байрамдың сағыу күренештәренең береһе булған. Бөтәһе ете сабыш ойошторолған, әммә тамашасылар йөрәген сабышҡа пониларҙа беренсе булып сыҡҡан йәш һыбайлылар яулаған. Спорт ярыштары - “Ауҙарыш” боронғо башҡорт уйыны, көрәш, милли уҡтан атыу буйынса турнирҙар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу