Ял көндәрендә Урал аръяғы райондары халҡы өсөн ауыр көндәр булды. Сибай ҡалаһында, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында типһә тимер өҙөрлөк, һыу һөлөгөндәй ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған һәм уларҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһы үтте. "17 февраль көнө Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ауылы халҡы Ватан өсөн үҙ ғүмерен биргән батыр егетен, ысын патриот Исхаҡов Динар Марат улын һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм митингыһына йыйылды. Батыр яугиргә 9 апрелдә 38 йәш тулған булыр ине. Динар үҙенең игеҙ һыңары Дамир менән минең күҙ алдында, бер урамда, беҙҙең урам малайҙары менән уйнап үҫте. Бик алсаҡ, изге күңелле балалар ине. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, урыҫ телле балалар менән уйнап үҫкән был игеҙәк малайҙарҙың мәктәпкә башҡорт класына уҡырға килеүҙәрен мин ғаиләнән килгән рухи тәрбиә һөҙөмтәһе, тип баһалар инем. Икеһе лә минең менән тик башҡортса ғына һөйләшә торғайны. Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған был ике баланы мин уҡытҡанда ла, һуңы