Найти тему
Башҡортостан гәзите

Автобус яңы еңеүҙәр килтерһен!

Салауат районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе яңы автобус алды. Хаҡы 3,9 миллион һумлыҡ транспорт Башҡортостандың Спорт министрлығы булышлығында “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә алынған. Йәш спортсылар үҙ ҡарамағына уңайлы заманса автобус алды. Яңы транспорт ярҙамында спортсылар республика биләмәһендә, шулай уҡ унан ситтә лә сәйәхәт итә һәм ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ. Автобустар һатып алыуға 20 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Улар 16 урынға иҫәпләнгән, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. “Бөгөн спортта ҙур һөҙөмтәләр күрһәткән спортсыларыбыҙҙың автопаркы яңырыуын күреү бик ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына салауаттар исеменән хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Спортсыларыбыҙға яңы еңеүҙәр теләйек!”, – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов. 2022 йылда Башҡортостанда шулай уҡ биш муниципалитет һәм бер олимпия резервындағы спорт мәктәбе өсөн алты автобус һатып алынды. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Спорт министрлығы.