Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйәндә ат ярыштары үтте

Бөрйән районында матур йолаға әүерелгән Байназар ауылы биләмәһенең Мораҙым ауылында БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә район ҡышҡы ат ярыштары үтте. Ярыш биш этапта барҙы. Һәр этапта бәйгеселәр айырым кубоктар өсөн уҙышты. Беренсе тур бөтә тоҡомло һыбайлы аттарҙың асыҡ ярышы Т. И. Әлибаков иҫтәлеге кубоғына үтте, икенсе турҙа район советы депутаты В. Р. Малакаев кубогына урындағы эшсе аттарҙың асыҡ ярышы булды.Өсөнсө этапта ҡатнашыусылар Байназар ауылы биләмәһе башлығы кубогына Байназар ауыл биләмәһе ҡатнашыусыларының урындағы эшсе саналы аттарҙың ябыҡ ярышында бәйге тотһа, дүртенсе тур махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә бөтә тоҡомло саналы аттарҙың асыҡ ярышы булды.Һуңғы тур бигерәк тә үҙенсәлекле үтте, унда Байназар "Айыҡ ауыл - 2024" кубогына ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөтә тоҡомло саналы аттарҙың асыҡ ярышы ойошторолдо.шулай уҡ 75 килограмм һәм унан юғарыраҡ булған ир-егеттәр араһында "Ауҙарыш" уйыны уҙғарылды. Ярыштар бик күңелле һәм сәмле барҙы.Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар һәм кубоктар тапшырылды. Ат ярышында төрлө райондан бәйгеселәр ҡатнашты. Фото һәм сығанаҡ: "Бөрйәндәр" төркөмөнән.