“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Шишмә районының Санжаровка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина учреждениеһы ете ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы 600-гә яҡын кешене фельдшер Лидия Кандарова ҡабул итәсәк. Ул бында күптән үҙ кеше, 15 йыл ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. –Заманса пункт пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм дауалау өсөн бөтә шарттар булдырылған, – ти Шишмә дауаханаһының баш табибы Урал Шәрипов. Шишмә районында хәҙер 15-тән ашыу модулле медицина пункттары эшләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.