Нефтекама ҡалаһында бында йәшәгән һәр кем булған бер урын бар, ҡала ҡунаҡтары ла иң тәүҙә унда килә. “Сәләмәтлек һуҡмағы” – көс-ҡеүәт урыны, йәнле ҡала уртаһындағы тәбиғәт утрауы. Нефтекама Рәсәй Президенты башланғысы менән үткәрелгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты ярҙамында урманды үҙгәртә алған. Бында йәйәү йөрөү урындарына һәм велосипед юлдарына асфальт түшәлгән, Полуденка күле төҙөкләндерелгән, яҡтыртылған, ҙур уйын майҙансыҡтары ҡуйылған, биләмәлә спорт зоналары һәм эттәрҙе дрессировкалау өсөн урын барлыҡҡа килгән. Был биләмә ҡала халҡы араһында төрлө йүнәлештәр буйынса ҙур популярлыҡҡа эйә: йәйгеһен ул скандинавса йөрөү, велойөрөш, йүгереү, саф һауала спорт менән шөғөлләнеү һәм урманда тыныс йөрөү, күл буйында тыныс ултырыу. Бында көн һайын өлкәндәрҙән алып бәләкәй балалары булған ғаиләләргә тиклем бөтә йәш төркөмдәре йөрөй. Ә ҡышын территорияла иң оҙон һырғалаҡ яһала, саңғы трассалары ойошторола “Сәләмәтлек һуҡмағы” – ҡарағай урм